«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Кино" төркөмө кире тергеҙеләсәк



13.10.2019 "Кино" төркөмө кире тергеҙеләсәк

"Кино" төркөмө кире тергеҙеләсәкБилдәле булыуынса, был рок төркөмө 1990 йылда лидерҙары Виктор Цой һәләк булғас "Ҡара альбом" яҙҙыра һәм тарҡала. Музыканттары төрлө проекттар менән сығыш яһай, 2013 йылда "Густав" - барабансы Георгий Гурьянов үлеп ҡалды.

Ошо көндәрҙә "Кино" төркөмө тергеҙелеүе тураһында мәғлүм булды. Ижади коллектив үҙҙренең көйәрмәндәренә шулай итеп ғәйәт оло бүләк яһаясаҡ. Ике концерт ойоштороласаҡ. Виктор Цойҙың тауышы оригиналь күп каналлы фонограмманан яңғырап, гитара партияһын Юрий Каспарян, баста Александр Титов менән Игорь Тихомиров уйнаясаҡ. Барабандар артында кем булыуы билдәһеҙ. Мәрхүм Гурьяновты Сергей "Африка" Бугаев алмаштырыуы мөмкин.

Концерттарҙы Виктор Цойҙың улы Александр ойошторам тигән. Улар 2020 йылдың 31 октябрендә Санкт-Петербургтың Боҙ һарайында һәм 21 ноябрҙә Мәскәүҙең ВТБ Аренаһында үтәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға