«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә "ПАЗ" автобусы менән ҡаты авария



13.10.2019 Өфөлә "ПАЗ" автобусы менән ҡаты авария

Өфөлә "ПАЗ" автобусы менән ҡаты аварияУл 12 октябрь кисендә Октябрь проспектының "Спорт" туҡталышында теркәлде.

Видеояҙмала күренеүенсә, СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Ростов урамына проспектты киҫеп үткән машина "ҡыҙыл"ға хәрәкәт иткән һәм автобусҡа бәрелгән. Уныһы, үҙ сиратта, туҡталыш янында тротуарға менеп китеп, фонарь бағанаһына уң яғы менән төкөгән.

Ҡазаланыусылар бар - 10 кеше йәрәхәтләнгән. Уларҙың ҡайһы берәүҙәрен үтеп барған водителдәр туҡтап, дауаханаға алып барған.

Әйтергә кәрәк, был юл сатында светофор эше уйлап еткерелмәгән. Һулға, Ростов урамына йүнәлгәндәр үтеп бөтһөн өсөн йәшел уттың ваҡытын 5-7 секундҡа оҙайтырға кәрәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға