«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еңеүселәр Динис, Айбулат һәм Виталий!



12.10.2019 Еңеүселәр Динис, Айбулат һәм Виталий!


Республика көнөндә, 11 октябрҙә, «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» турнирының финалы үтте.


Һайлап алыу этабында еңгән Дыуан, Илеш, Дүртөйлө, Белорет, Федоровка, Ҡыйғы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Борай һәм Хәйбулла райондарының жокейҙары чемпион титулы өсөн көрәште.

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сара ҡыҙыу барҙы һәм был ярһыу бәйгелә Күгәрсен районынан 13 йәшлек Динис Ҡорбанаев еңеү яуланы! Икенсе урынды Көйөргәҙенән Айбулат Әбдрәхимов алды, өсөнсө урын Хәйбулла егете Виталий Роголевта. Еңеүселәргә приз фонды - 750 мең һум!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға