«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Немец телеканалы башҡорт байрамын күрһәтәсәк



12.10.2019 Немец телеканалы башҡорт байрамын күрһәтәсәк

Германияның ZDF федераль телеканалы Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылындағы байрам тураһында репортаж әҙерләй.


"Ижади төркөм ауыл халҡы менән интервью яҙҙыра. Харуновтар ғаиләһе менән яҡындан таныштылар. Ғаилә башлығы Раян -фермер, уның хужалығында 100 баштан ашыу мал. Ҡатыны Гөлфинә менән 3 бала тәрбиәләйҙәр.

Журналистар "Ҡоҙғон-Әхмәр йыйыны" тураһында ла һөйләйәсәк. Байрам "Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсы сиктәрендә үтә.

Мәғлүмәт өсөн. Немец телевидениеһының ZDF каналы- Европала иң эре каналдарының береһе. Германияла ғына аудиторияһы- яҡынса 80 миллион тамашасы. Көнбайыш һәм Көнсығыш Европаның бөтә илдәре ҡарай", тип яҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға