«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төпкөл райондарға вертолетта



11.10.2019 Төпкөл райондарға вертолетта

Төпкөл райондарға вертолеттаБөгөн Өфөлә санавиация өсөн беренсе вертолет майҙансығы асылған.

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин хәбәр итә.

Вертолет майҙансығы республика перинаталь үҙәге территорияһында урынлашҡан һәм файҙаланыуға тулыһынса әҙер.

Республикала санавиация өсөн шундай һигеҙ майҙансыҡ асыу планлаштырыла.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға