«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 17 генә йәш бит әле үҙҙәренә



11.10.2019 17 генә йәш бит әле үҙҙәренә

17 генә йәш бит әле үҙҙәренәКисә төнгө сәғәт ун берҙә Өфөлә йәшәүсе 18 йәшлек егет фатирҙа яңғыҙы ғына булғанда ишеккә шылтыратҡандар.

Ул ишекте асыу менән медицина битлеге кейгән икәүҙең береһе уның өҫтөнә һикергән, икенсеһе уға газ баллонынан һиптергән. Егетте бәйләп, фатирҙы тентегәндәр.

Тапҡан табыштарын - 19 мең һум аҡсаны алып тайғандар.

Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары үткәреп, кеше талаусыларҙы асыҡлаған. Улар 17 йәшлек егеттәр булып сыҡҡан.

Уларға ҡарата енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәте.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға