«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Учалылар - уңған халыҡ



11.10.2019 Учалылар - уңған халыҡ

Учалыла Республика көнө уңайынан байрам саралары бер нисә көн алда башланды: производство алдынғыларын, ветерандарҙы тәбрикләнеләр, йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттарын тапшырҙылар, бай йөкмәткеле концерттар уҙҙы.

Ә 11 октябрҙә учалылар - уңған халыҡ - иртәнге сәғәт һигеҙҙән үк ауыл хужалығы йәрминкәһенә йыйылды.

Гүзәл байрам айҡанлы "Йәшмә" кинотеатрында «Беренсе республика» фильмы бушлай күрһәтелде.

Уның фойеһында, әйткәндәй, Республика көнөнә арналған күргәҙмә эшләй: Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттарының эштәре ҡуйылған. Күргәҙмә 31 октябргәсә буласаҡ. Һәр эш үҙенсәлекле, зауыҡлы, матур!


Тиҙҙән, киске алтынсы яртыла, Дан стелаһы янында Башҡортостан гимнын башҡарыу буйынса флешмоб ойоштороласаҡ, уны Учалы ауылы мәҙәниәт йорто коллективы ҡатнашлығында концерт дауам итәсәк.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға