«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдәр, афарин!!!



11.10.2019 Әбйәлилдәр, афарин!!!

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа байрам саралары сәғәт иртәнге унда башланып китте.

Үҙәк майҙанда хужасылдар ауыл хужалығы йәрминкәһендә кәрәк-ярағын алып ҡыуанһа, дәртлеләр концертты тамаша ҡылды, әүҙемдәр флешмобта ҡатнашһа, рухлылар милли кейемдәр парадын йәмләне, спорт һөйөүселәр ярыштарҙа көс һынашып рәхәтләнһә, балалар аттракциондарҙа уйнап күңел асты.

Кисен, сәғәт етелә, үҙәк майҙан сәхнәһендә ҙур концерт көтөлә: Тимур Рамазанов, Рушан Биктимеров, Әлфиә Юлсурина, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Сабина Кучаева, Резана Аҡтаева, Эльмира Юлдашева сығыш яһаясаҡ!


Республика көнөнә арналған байрам саралары салют менән тамамланасаҡ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға