«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫәнғолда ла йәрминкә гөрләп үтә!



11.10.2019 Иҫәнғолда ла йәрминкә гөрләп үтә!

"Ейәнсура таңдары" гәзите хеҙмәткәрҙәре бөгөн үҙҙәрендә үткән саралар тураһында ҡыуанып хәбәр итә:

"Бөгөн Иҫәнғолда үткән йәрминкәлә Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге, йәғни редакция хеҙмәткәрҙәре йылдың беренсе ярты йыллығына ун процент ташлама менән подписка эшләне, шул уҡ ваҡытта сара барышын яҡтыртты. Йәрминкәлә бөтә район мәктәптәре, балалар баҡсалары,төрлө учреждениелар, крәҫтән-фермер хужалыҡтары, ЯСЙ-лар, шәхси эшҡыуарҙар, ябай кешеләр һатыу итте, район мәҙәниәт йорто артистары йыр-моң менән һыйланы. Халыҡ күп йыйылды, һатыусылар һәйбәт табыш алды, мәҫәлән,"Маяҡ" ЯСЙ-һы алып килгән һарыҡ түшкәләре һә, тигәнсе һатылып бөттө, ә был итте алырға теләүселәр һаман бар ине әле. Шәмбе һайын йәрминкә кәрәклеге бәхәсһеҙ!"

Фотоларҙан күренеүенсә, йәрминкә, әйтмәксе лә, гөрләп үткән!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға