«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байрам йәрминкәһе!



11.10.2019 Байрам йәрминкәһе!


Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында Республика көнөнә арналған байрам йәрминкәһе бара.

Был йәрминкәләрҙе халыҡ көтөп ала, тип яҙа район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте: "Берәүҙәргә ауыл хужалығы продукцияһын һатып алырға мөмкинлек бар, икенселәр тауарын һатып, аҡса эшләп ҡала".

Тауар ассортименты һәр ваҡыттағыса бай: һөт, ҡаймаҡ, май, эремсек, йомортҡа, ит, бал, йәшелсә, емеш-еләк, киптерелгән файҙалы үләндәр һ.б.һ.б.

Райондың ижади коллективтары сығышы йәрминкәгә айырым йәм бирә. Балалар өсөн дә уйын программалары ҡаралған. Ирекмәндәр һәм ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре байрам лотореяһын уйнатып, халыҡты ҡыуандырған, бынан тыш фотозона һәм флешмоб та ойошторолған.






Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға