«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡалала байрамдың рәсми саралары башланды



11.10.2019 Баш ҡалала байрамдың рәсми саралары башланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм Республикабыҙ төҙөлөшө өсөн көрәш хәрәкәтенең башында тороусыларҙың береһе, шағир Шәйехзада Бабич һәйкәлдәренә сәскә гөлләмәһе һалып, улар рухына ихтирамын белдерҙе.

Бөгөн республиканың һәр төбәгендә байрам саралары үтә. Өфөнөң дә бер нисә майҙаны ҡунаҡтарҙы көтә.
Сағыу тамашалар Өфө амфитеатрында ла ойошторола. Башҡа майҙандар ҙа буш тормаясаҡ. Байрам программаһын алдан биргәйнек инде.

Тиҙҙән тантаналы ултырыш башлана.
Байрам менән, Башҡортостан!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға