«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер йылда - 15 Радий



11.10.2019 Бер йылда - 15 Радий

Былтырғы Республика көнөн иҫләйһегеҙме? Эйе, тап бер йыл элекке 11 октябрҙе? Башҡортостанда Башлыҡ алмашынған көн ине ул.

Радий Хәбиров килеү менән йәнтөйәгебеҙ йәнләнеп киткән һымаҡ булды. Ниңә, һымаҡ? Матур һәм өмөтлө үҙгәрештәр күҙгә күренә бит!

Тағы шуныһы: тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов идара иткән йылдарҙа Мортаза исемле малайҙар ҙа байтаҡ ҡына булып киткәйне. Хәҙер сират - Радийҙарға.

Баҡһаң, бер йылда 15 ғаилә яңы тыуған малайына Радий исемен ҡушҡан икән. Атай-әсәйҙәр уларҙың да улдары беҙҙең Башлығыбыҙ кеүек энергиялы, көслө ихтыярлы, харизмалы булып үҫеүен теләй.

Радий исеме иҫке грек теленән "ҡояш нуры" тигәнде аңлата, ти.

Бер йыллыҡ эшмәкәрлегегеҙ менән киләсәгебеҙҙең яҡты буласағына ҙур өмөт уяттығыҙ, Радий Фәрит улы!



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.
Источник: Башинформ.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға