«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫлыҡ каруаны



11.10.2019 Дуҫлыҡ каруаны

Район мәҙәниәт бүлеге инициативаһы менән Республика көнө айҡанлы һәм Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Учалы районында "Дуҫлыҡ каруаны" тип аталған байрам марафоны үтте.

Марафон сиктәрендә Ҡорама мәҙәниәт йорто менән Учалы ауылы мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары ҙур концерт программаһы менән Миндәк, Уральск, Ҡунаҡбай, Илсеғол, Сәфәр һәм Ахун ауылдарында сығыш яһаны.

Был концерттар халыҡ күңеленә хуш килгән! Һәр йыр, һәр бейеү алҡыштарға күмелгән! Ай, афарин, учалылар!


#мэзэниэтучалы#мәҙәниәтучалы#культураучалы#учалинскийрайон#дуҫлыҡҡарауаны#каравандружбы#деньРеспублики#100летиеРБ#Башҡортостанға100йыл#Республикакөнө#байрам





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға