«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 10 октябрь



10.10.2019 Юл фажиғәләре - 10 октябрь

Бөгөн Нуриман районында көндөҙ (сәғәт өстәр тирәһендә) Өфө-Иглино-Красная горка автоюлының 36-сы саҡрымында ҡара-ҡаршы килгән "Renault Logan" менән "Renault" пассажир автобусы төкөлгән.

Аварияла еңел машинаның 54 йәшлек водителенең ғүмере өҙөлгән. Автобус водителе менән алты пассажирҙы ла дауаханаға тикшерергә килтергәндәр.

Автобус Павловка-Өфө маршруты буйынса килгән. Салонда ун бер пассажир булған.

Шулай уҡ бөгөн кисен (яҡынса сәғ. 19:30) Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина бульвары менән Октябрь проспекты урамдары сатында "Renault Duster" менән 272-се маршрут буйынса барған ПАЗ автобусы бәрелешкән. Еңел машинаның пассажиры, 58 йәшлек ҡатын, дауаханала. Автобус пассажирҙары зыян күрмәгән.


Был ике юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса ла тикшереү бара.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға