«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бысаҡ һуңғы аргумент?



10.10.2019 Бысаҡ һуңғы аргумент?

Үҙеңде яҡла ла, яманатлы булып ҡал әле...

35 йәшлек ир йыш ҡына эсеп ҡайтып, өйҙәгеләрен ҡаңғыртҡан, ҡул да күтәргән. Бахыр ҡатыны бер нисә тапҡыр полицияға ла ғариза яҙған ул яҙыуға, тик һуңынан, иренең үтенесе буйынса, уларҙы кире алған.

Ә йәл...

Сөнки 7 октябрҙә, мәрхүмде иҫкә алыу ашында иҫергән ир, өйөнә ҡайтҡас мөнәсәбәттәрҙе асыҡлай башлаған, ҡатынына туҡмаҡ та эләктергән. Ҡатыны, уны ҡурҡытып туҡтатыр өсөн, ҡулына бысаҡ алған. Ләкин артабан ирешеү мәлендә ул бысаҡ ирҙең ҡорһағына сәнселгән.

Ҡатыны "Тиҙ ярҙам" саҡырған.

Был хәл буйынса енәйәт эше асылған (РФ Енәйәт кодексының 111 ст. "Аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү"), тип белдерә РФ Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса полиция хеҙмәткәре Е.Косякова.

Башҡа һыймай инде бындай хәлдәр.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға