«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң матур ауыл!



10.10.2019 Иң матур ауыл!

Бөгөн, 10 октябрҙә, сәғәт 12-лә "Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы-2019" конкурсында тауыш биреү тамамланды.
⠀⠀⠀
Тауыш биреү һөҙөмтәһе:

Наурыз ауылы, Учалы районы — 51089 тауыш

Сосновка ауылы, Мишкә районы — 47993 тауыш

Макар ауылы, Ишембай районы — 47868 тауыш

Әлкә ауылы, Салауат районы — 41073 тауыш

Дүртөйлө ауылы, Шаран районы — 39629 тауыш

Талас ауылы, Стәрлетамаҡ районы — 30095 тауыш

Яугилде ауылы, Ҡариҙел районы — 29173 тауыш

Лекаревка ауылы, Өфө районы — 7228 тауыш

Тәүәкән ауылы, Күгәрсен районы — 3199 тауыш

Ямғырсы ауылы, Стәрлебаш районы — 2220 тауыш
⠀⠀⠀⠀⠀⠀⠀


Конкурс комиссияһы 3 еңеүсе ауылды билдәләйәсәк. Унда тауыштарҙан тыш, конкурс комиссияһының баһалары ла иҫәпкә алынасаҡ.

Конкурсҡа йомғаҡты 17 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында - «Сәләм» тапшырыуында яһаясаҡтар (сәғ. 09.00-10.00)

Студияға эксперт комиссияһы ағзалары һәм конкурс финалистары саҡырыласаҡ.
⠀⠀⠀
Еңеүселәргә тура эфирҙа бүләккә сертификаттар тапшырыласаҡ: I урынға — 500 000 һум, II — 300 000 һум, III — 200 000 һум, шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнәсәк.
⠀⠀⠀⠀
#красивое_село #бст #башкортостан





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға