«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Япондарға ла ҡаршы тора алманылар



10.10.2019 Япондарға ла ҡаршы тора алманылар

Рәсәй йыйылма командаһы волейболсылары Японияла барған донъя кубогы турнирында майҙан хужаларына 3:1 (27;25, 21;25, 22;25, 16;25) иҫәбенә отолоп, турнир таблицаһындағы хәлен мөшкөләйтте.
Хәҙер улар, хатта һигеҙенсе урынға барып төштө. Ә бит беҙҙең команда элек-электән япондарға еңелгәне булмай. Турнирға Рәсәй командаһы икенсе состав менән килһә лә, улай уҡ сығыш яһамаһа ла булыр ине. Улар бит бер кемгә билдәһеҙ Австралия уйынсыларына ла отолдо. Милләт-ара лигаһын еңдем тип, (улар ике йыл рәттән ошо турнирҙа еңеүсе булып танылды) улай уҡ дәғүәселәргә ҡарата хөрмәтен юғалтмаһа ла булыр ине лә, тик нишләптер эштәре бешмәй шул.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға