«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡта яңы мәктәп асылды!



10.10.2019 Баймаҡта яңы мәктәп асылды!

Республика көнө алдынан Баймаҡ ҡалаһында яңы белем биреү комплексы үҙ ишектәрен асты.

Көньяҡ биҫтәлә төҙөлгән өс ҡатлы бинала 240 урынға мәктәп һәм 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан. Комплекс Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға ҡороласаҡ объекттар исемлегенә ингән булған.

Бер йыл эсендә генә төҙөлгән мәктәп бар төҙөлөш нормаларына талап бирә. Бында медпункт, китапхана, спорт залы бар. Кәрәкһә лифт менән өҫкө ҡаттарға менергә-төшөргә мөмкин.

Был биҫтәлә 1500-ләп кеше йәшәй, башлыса йәш ғаиләләр. 500-ләп бала бар. Хәҙер улар киләһе аҙна дүшәмбеһенән комплексҡа йөрөй башлаясаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Земфира ҒӘҘЕЛШИНА
Источник: "Баймакский вестник"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға