«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башлыҡ вазифаһына элекке кандидат табутта фотоға төшкән



10.10.2019 Башлыҡ вазифаһына элекке кандидат табутта фотоға төшкән

Үткән һайлауҙарҙа Башҡортостан Башлығы посына дәғүә итеүсе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәҙәниәт буйынса эксперты Сания Тимасова табутта фотосессия үткәргән.


Өфөләге модель агентлығы етәксеһенең ғәҙәти булмаған идеяһы унда йөрөгән йәш ҡыҙҙарҙың күңеленә хуш килгән. Әйтеүҙәренсә, Сания ерләү салонының рекламаһына төшкән. Йәнәһе, табутты төрлө саралар өсөн ҡуртымға алып була, мәҫәлән, Хеллоуинға.

Юмор оҫтаһы Камил Буҙыҡаев был хаҡта карикатура төшөрөп тә өлгөргән. Уның һүрәте аҫтына, "бындай кешеләргә ваҡытыңды әрәм итеп торма", "мин Сания кеүек булдыра алмаҫ инем", тигәнерәк фекерҙәр яҙалар.

Күҙ алдына килтерегеҙ әле: ошо кеше беҙҙең Башлыҡ булған хәлдә, бөгөн республикала ниҙәр булыр ине? Тәүбә...





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға