«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ейәнсура районының Юлдаш ауылында байрам йәрминкәһе ойошторолдо



10.10.2019 Ейәнсура районының Юлдаш ауылында байрам йәрминкәһе ойошторолдо

Һауа торошо бер аҙ көйһөҙләнеп торһа ла, мәҙәниәт йорто шау гөр килеп тора. Бигерәк тә уңған хужабикәләр тырышҡан: сәскә үҫентеләре лә, ҡул эштәре өлгөләре лә һатыуға сығарылған. Ә ҡайнатмаларҙың, салаттарҙың, йәшелсәләрҙең ниндәйе генә юҡ!

Ғәлимә һәм Наиль Ишеғоловтар селек һеперткенән алып ҡомалаҡ сөпрәһенән бешерелгән икмәккә тиклем әҙерләгән.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы Абзан ауылы биләмәһе башлығы Нурғәле Хажиғәли улы Бикбулатов, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тәбрикләне. Шулай уҡ күңелле уйындар, байрам концерты ойошторолдо.








Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға