«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 8 октябрь



09.10.2019 Юл фажиғәләре - 8 октябрь

Кисәге, 8 октябрҙә, республикала 10 автомобиль аварияһы теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, ун бер кеше йәрәхәттәр алған. Эскән килеш руль артына ултырған 29 водитель тотолған.

Иртән Дәүләкән ҡалаһының Йәштәр урамында 53 йәшлек ир "Renault Duster" машинаһында 52 йәшлек ҡатынды төрттөрә. Алған йәрәхәттәрҙән ҡатын шунда йән бирә. Водителдең әйтеүенсә, ҡатын юл ситенән генә китеп барған булған, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.

Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Ә бит юлда китеп барғанда, күп йәйәүлеләр, мине водитель ҡараңғыла ла яҡшы күрә, сөнки фараларҙың яҡтыһы миңә төшә бит, тип уйлай. Ысынында иһә, килеп терәлгәнгә тиклем тиерлек кеше күренмәй! Кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булғанда ғына водитель кешене алыҫтан күрә.

Хәҙер һатыуҙа төрлө браслеттар, брелоктар бар, зинһар, шуларҙы булһа ла һатып алып, ҡулығыҙға, түшегеҙгә тағып йөрөгөҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға