«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Быйыл журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын кем алды?



11.10.2019 Быйыл журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын кем алды?

Быйыл журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын кем алды?2019 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары билдәле булды.

. Премия Лариса Абдуллинаға, Рафиҡ Әхмәтшинға, Азат Ғиззәтуллинға һәм Фәнүз Хәбибуллинға тапшырылды

Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире. Ошо гәзиттә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн гәзит редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Әхмәтшин Рафиҡ Үзбәк улы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе. Ошо телеканалда эфирға сыҡҡан телерепортаждар серияһы өсөн телеканал хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы тәҡдим итте.

Ғиззәтуллин Азат Әмир улы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы таҫмаһында баҫылған мәҡәләләр серияһы өсөн мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы күрһәтте.

Хәбибуллин Фәнүз Афғал улы, «Кызыл тан» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире. Ошо баҫмала донъя күргән мәҡәләләр серияһы өсөн гәзит редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға