«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Оло ҡайғы - ике ғаиләлә сабый балалар үлеп ятҡан



09.10.2019 Оло ҡайғы - ике ғаиләлә сабый балалар үлеп ятҡан

Башҡортостанда ошо көндәрҙә ике ғаиләгә оло ҡайғы килгән - ата-әсәләр сабыйҙарын үле килеш тапҡан.

4 октябрь төнөндә Дыуан районында атаһы менән әсәһе өс йәшлек улдарын ҡараһалар ул үлгән булған.

5 октябрь иртәһендә Стәрлетамаҡта ла шулай фажиғә ҡабатланған. Бында йәш ярымлыҡ ҡыҙ баланың үлеме асыҡланған.

БР Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Шуныһы билдәле - криминал осраҡтары юҡ, суд-медицина экспертизаһы бара.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға