«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡта йәш гандболсылар йыйылды



09.10.2019 Стәрлетамаҡта йәш гандболсылар йыйылды

Cтәрлетамаҡта 2009 йылғы үҫмер балалар араһында гандбол буйынса Бөтә Рәсәй турниры булып уҙҙы.
Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Тольятти, Силәбе, Өфө һәм Стәрлетамаҡ командалары кәс һынашты. Йәш спортсыларҙың уйынын атай-әсәләре генә түгел ә урындағы етәкселек һәм дә Өфөнән гандбол федерацияһы етөксеһе Юрий Кондратьев, ОАО «АК ВНЗМ» генераль директоры Хәлит Бикмөхәмәтов та кинәнеп ҡаранылар.
Һөҙөмтәлә төп приз өсөн финалда урындағы «Юниор» менән «Динамит» командалары осрашты. Өсөнсө урынға Мәскәүҙең йәш гандболсылары сыҡты.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға