«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һырғанаҡты нисек һаҡларға?



09.10.2019 Һырғанаҡты нисек һаҡларға?

Һырғанаҡтың витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай бик файҙалы емеш икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ә бына ҡышҡылыҡҡа уны, файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай, нисек һаҡларға һуң?

Әлбиттә, бының төрлө ысулдары бар. Иң еңеле –уның емештәрен туңдырырға. Шулай уҡ төрлө ҡайнатмалар, компоттар, джемдар ҙа эшләп була.
Мәҫәлән, шәкәр менән буталған һырғанаҡ хатта бәләкәй балаларға ла бик тә файҙалы. Уны әҙерләү өсөн 1 кг емешкә 2 кг шәкәр алына. Емештәрҙе блендерҙа ваҡлағандан һуң, шәкәр менән бутарға. Һуңынан банкыларға һалып, ҡапҡастарын ябрға кәрәк.


Үҙ һутындағы емеш
1:1 иҫәбендә һырғанаҡ менән шәкәр кәрәк. Емештәрҙе банкаларға һалып, өҫтөнә өймәләткәнсе шәкәр ҡомо һалырға һәм ҡапҡас менән ябып, 9 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға. Емештең һуты сыҡҡас, банкаларҙы стерилләргә. (Ярты литрлыларын – 10 минут, 1 литрлыларын 15 минут).


Һырғанаҡ һуты
Һырғанаҡ емештәренән бик тә файҙалы һут әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн һеҙгә күп кенә емеш кәрәк буласаҡ. Емештәрҙе һут һыҡҡыс аша үткәреп, 1 литр һутҡа 200 г шәкәр ҡомо иҫәбенән шәкәр өҫтәп, ҡайнар хәлгә еткергәнсе утҡа ҡуйырға. Һуттың өҫтөндә майлы ғына пәрҙә барлыҡҡа килһә, уны ташламағыҙ. Ул – бик файҙалы һырғанаҡ майы. Һутты стерилләнгән банкаларға һалып, ныҡ итеп ябығыҙ. Ҡышҡыһын һутты эсер алдынан яҡшы итеп болғатығыҙ.

Ҡайнатма
Емештәрҙе һалҡын һыуҙа йыуып алғандан һуң, 5 минут эҫе һыуҙа бешекләгеҙ. Һуңынан уларҙы тишекле сүмескә һалып, һыуын һарҡытығыҙ. Емештәрҙе бешекләгән һыуға 1 кг һырғанаҡҡа 1,5 кг шәкәр һәм 600 мл һыу иҫәбенән сығып шәкәр өҫтәгеҙ һәм сироп ҡайнатығыҙ. Емештәрҙең өҫтөнә әҙер сиропты ҡойоп, ҡайнатып ҡына сығарығыҙ ҙа, шунда уҡ һүндерегеҙ.
Әҙер ҡайнатманы ҡоро банкаларға һалып, стерилләнгән ҡапҡастар менән ябығыҙ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға