«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Рентгеноэлектрокардиографический" - рус телендәге 32 хәрефтән торған һүҙгә төрөктәрҙең иҫтәре киткән



08.10.2019 "Рентгеноэлектрокардиографический" - рус телендәге 32 хәрефтән торған һүҙгә төрөктәрҙең иҫтәре киткән

Төркиәләге Medya Gunlugu медиасайты рус теленең ниндәй ҡатмарлы булыуын күрһәткән. Улар үҙ уҡыусыларына яҙылғанды уҡығыҙ һәм әйтеп ҡарағыҙ тигән. Бының менән улар рус телен өйрәндем һәм яҡшы беләм тигәндәрҙе һынарға теләгән.

Иң беренсе урынды 32 хәрефтән торған “рентгеноэлектрокардиографический” һүҙе биләгән. Уны Рәсәй кешеһе еңел әйтә ала. Артабан 24 хәрефлек "частнопредпринимательский" менән "субстанционализирующийся" килә.

Medya Gunlugu версияһы буйынса иң оҙон рус һүҙҙәре:

1. Рентгеноэлектрокардиографический - 32 хәреф;

2. Частнопредпринимательский - 24 хәреф һәм йомшаҡлыҡ билдәһе (уны төрөктәр айырым һанаған);

3. Субстанционализирующимися - 25 хәреф;

4. Человеконенавистничество - 24 хәреф;

5. Переосвидетельствоваться - 22 хәреф һәм ике йомшаҡлыҡ билдәһе;

6. Сельскохозяйственно-машиностроительный - 34 хәреф һәм ике йомшаҡлыҡ билдәһе;

7. Высокопревосходительство -23 хәреф һәм йомшаҡлыҡ билдәһе;

8. Достопримечательность - 19 хәреф һәм ике йомшаҡлыҡ билдәһе.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға