«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеүсе ойошма төҙөлә



08.10.2019 Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеүсе ойошма төҙөлә

Рәсәйҙә яңы автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма барлыҡҡа килеүе ихтимал.

"Милли өҫтөнлөктәр" ойошмаһы милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеүсе булараҡ төҙөлә.
Уны РФ Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикованың урынбаҫары София Малявина етәкләйәсәк.
Дмитрий медведевтың матбуғат секретары Олег Осипов та был ойошманы булдырыу планы барлығын раҫлаған.

Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ныҡлап тотондолар. Ваҡыт үтә бит. 2024 йыл яҡында ғына, ә күпме эш башҡараһы бар. Маҡсаттар ҙур һәм еңелдән дә түгел.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға