«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын-ҡыҙҙар, маммография үтергә ашығығыҙ!



08.10.2019 Ҡатын-ҡыҙҙар, маммография үтергә ашығығыҙ!

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына бушлай маммография үтеү һәм онкологтан консультация алыу мөмкинлеге бирелә.

“Алһыу таҫма” акцияһы барышында 12, 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә Республика онкодиспансерында белгестәр ҡабул итә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, маммологтарға урындағы поликлиникаларҙың онкологтары аша яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Сибай, Күмертау ҡалаларының һәм Мәсәғүт ауылының онкология үҙәктәрендә яҙылырға була.
Өфө ҡалаһы халҡы 32-се, 48-се, 43-сө, 13-сө, 50-се ҡала поликлиникаларындағы амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға