«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҫыуҙарҙан яңылыҡтар



07.10.2019 Баҫыуҙарҙан яңылыҡтар

Республикала көҙгө уңышты йыйыу тамамланып килә. Әле башлыса төньяҡ райондарҙа майҙандар урып һуғылмай ҡалған.

Үткән аҙна аҙағына ҡарата төбәктә 3 млн. 140 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һуғылған, сәселгән майҙандарҙың 96 проценты эшкәртелгән. Уңыш былтырғынан юғарыраҡ, уртаса алғанда гектарына 19.8 центнер тәшкил итә.

Бер юлы шәкәр сөгөлдөрө фронтында эш бара, әле уның яртыһы тиерлек ҡаҙып алынған. Уның да уңышы яҡшы, уртаса алғанда гектарына 360 центерға барып етә. Был былтырғынан 20 процентҡа юғарыраҡ. 4 октябргә ҡарата 823 мең т. татлы тамыр йыйылған.

Көнбағыш урып һуғыу ҙа бара. Уның дөйөм майҙаны 248 мең га тәшкил итә. 10 процентҡа яҡынынан уңыш йыйып алынған, төшөмө былтырғынан күберәк һәм гектарына 14 центнерға етә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға