«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҙна башы йылы торасаҡ



07.10.2019 Аҙна башы йылы торасаҡ

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, аҙна йылы көндәр менән башлана.

БР вице-премьеры - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев, гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә һылтанып, көн торошо фараздарын еткерҙе.

Алдағы көндәрҙә йылы, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Төндә температура +1, - 4 градус, көндөҙ 16, 20 градус йылы буласаҡ.

Аҙна аҙағына ямғыр, таулы райондарҙа ҡар яуыуы күҙаллана. Төндә урыны менән 6 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. көндөҙ башлыса +7, +12 градус.

Йылытыу ҡорамалдары тыштағы һауа температураһына ярашлы эшләтелә.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға