«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был аҙнала дүрт кенә көн эшләйбеҙ



07.10.2019 Был аҙнала дүрт кенә көн эшләйбеҙ

Алдан әйтеүебеҙсә, был аҙнала, Республика көнөн билдәләү уңайынан, эш көнө - дүрт көн.

11, 12, 13, йәғни, йома, шәмбе, йәкшәмбе - байрам һәм ял көндәре. Был ваҡытта республика буйынса байрам саралары ойоштороласаҡ.

Мәҙәни, спорт саралары, экологик акциялар, күргәҙмәләр, йәрминкәләр, төрлө объектты асыу тантанаһы, асҡыстар, наградалар тапшырыу күҙаллана.

Әйткәндәй, ундай саралар аҙна башынан уҡ уҙғарыла башлауы ихтимал.

Башҡортостан гимнын башҡарыу буйынса флешмоб та көтөлә. 9 октябрҙә "Башҡортостан: кешеләр һәм ваҡиғалар" темаһына Берҙәм класс сәғәте үткәреү күҙаллана. Китапханалар ҙа был байрамды киң билдәләйәсәк.

Рәсми тантана 10 һәм 11 октябргә ҡаралған. 10-ында "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Беренсе Республика" ултырышы үтә һәм сәнғәт оҫталары концерты була.
11-ендә Салауат Юлаев һәм Шәйехзада Бабич һәйкәлдәренә сәскә һалына. Шул уҡ көндө ошо майҙандар биләмәһендә матур сара үтә.

"Военная служба по контракту в Вооруженных Силах Российской Федерации — твой выбор!" акцияһы ҡаланың төп майҙанында ойоштороласаҡ. Артабан халыҡ алдында "Дәрүишхан" төркөмө, "Pizza", Элвин Грей сығыш яһай.

Аҙаҡтан - сағыу фейерверк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға