«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Анастасия Кузьмина спорттан китте



07.10.2019 Анастасия Кузьмина спорттан китте

Рәсәй һылыуы, Словакия биатлон йыйылма командаһы өсөн сыһыш яһаған билдәле Анастасия Кузьмина спорттан китергә булды.
Өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы уҙған миҙгел аҙағында алдан китәсәген белдергәйне. Тик әгәр көсө ҡалһа, тағы бер миҙгел командаһына ярҙам итеренә өмөтләнгәйне. Әммә бына яңыраҡ, нөктә ҡуйырға булды.
Шулай уҡ 34 йәшлек спортсы донъя беренселектәрендә бер алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы. Словакияның ике тапҡыр иң көслө спортсыһы булып танылды.
Ул тыумышы менән Төмәндән. Рәсәй йыйылма командаһы өсөн ике миҙгел сығыш яһағандан һуң, кейәүгә сығып, Словакияға күсеп китә. Һәм шунда башлана ла инде триумфы.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға