«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 270 мең һумлыҡ бал!



06.10.2019 270 мең һумлыҡ бал!

Сентябрь айында Иглин районы буйынса эске эштәр бүлегенә 73 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ят бер ир минең 270 мең һум аҡсамды урланы, тип зарлана ул.


Бал һатам, тип килеп ингән ул ирекәй әбейҙең өйөнә. Татлы ризыҡты маҡтағас, әбей балды тәмләп ҡараған да оҡшатҡан, һатып алырға булып киткән. Янсығын сығарып, аҡса иҫәпләгәнсе, ир уның иғтибарын әүрәтеп, өйҙәге бөтөн аҡсаһын сәлдергән.

Оператив-эҙләү эше барышында бурҙың шәхесе асыҡланған. Ул элек хөкөмгә тарттырылған 33 йәшлек Ҡабарҙы-Балкар кешеһе. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе тыуған республикаһында ҡулға алып, Башҡортостанға килтергән.

Уға ҡарата енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.


Ә кисә Өфөлә 74 йәшлек әбейҙең янсығын ялған "газ хеҙмәткәрҙәре" талап сыҡҡан. Пенсияһынан 11 мең һум аҡсаһын урлағандар. Ниңә генә өйҙә яңғыҙы саҡта яттарға ишек асҡандыр...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға