«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 5 октябрь



06.10.2019 Юл фажиғәләре - 5 октябрь





Кисә, 5 октябрҙә, республикала 13 автомобиль аварияһы теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, ун ике кеше йәрәхәттәр алған. Эскән килеш машина йөрөткән 57 водитель тотолған.

Иртән Туймазы районы Туҡай ауылының Үҙәк урамында 24 йәшлек Өфө егете "SX-R" мотоциклында ерҙән сурайып сығып торған торбаға (осона?) менеп китеп, кинәт түңкәрелгән. Аварияла егеттең ғүмере өҙөлгән.

Мотошлем кейеп мотоциклға ултырһасы, иҫән ҡалыр ине бит, тип йән әрней...

Ә бөгөн Өфөлә 18.20 сәғ. Королев урамында 38 йәшлек ҡатын "Toyota Camry" машинаһында малайҙы төрттөрә. Балаҡай ярамаған ерҙән юлды йүгереп сығып барған булған. Динар Ғилметдиновтың хәбәр итеүенсә, аварияла алған йәрәхәттәрҙән 5 йәшлек малаҡай дауаханала йән биргән.

Был йән өшөткөс ваҡиға буйынса тикшереү бара.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға