«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә пассажир автобусына ут ҡапҡан!



06.10.2019 Өфөлә пассажир автобусына ут ҡапҡан!

Өфөлә пассажир автобусына ут ҡапҡан!Ғәҙәттән тыш хәл Октябрь проспектында теркәлгән. 51-се маршруттан барған "НефАЗ" автобусы "Ҡурсаҡ театры" туҡталышы янында янып киткән.

Тәүҙә пассажирҙан ышылдаған тауыш ишеткән. Аҙаҡ артта мотор янында асыҡ ут күренгән. Водитель шунда уҡ ишектәрҙе асҡан һәм салондағы егермеләп кеше тышҡа ябырылған. Бәләкәй бала ултырған колясканы түңкәргәндәр, ярай сабыйға бер нимә лә булмаған. Бер ир ҡолап аяғы һынған. Артта ултырған егеттәрҙе сәс-ҡаштары утҡа көйгән.

Водитель утты үҙе һүндергән. Ҡотҡарыусылар тиҙ килеп еткән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға