«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 4 октябрь



05.10.2019 Юл фажиғәләре - 4 октябрь


4 октябрҙә республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлеп, 17 кеше имгәнгән.

Көндөҙ Иглин районында 33 йәшлек ир ВАЗ-2109 машинаһында ҡаршы килгән "Skania"-ға бәрелгән дә, светофорға туҡтаған "Datsun on-DO"-ға ла һуғылған... Был аварияла ВАЗ-дың 51 һәм 38 йәшлек пассажирҙары йәрәхәттәр алған. Ҡатындар дауаханаға оҙатылған.

Тәүлек эсендә 2900 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 65 водитель тотолған. Ә бит ял көндәре яңы башланған...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға