«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Йылайыр!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Йылайыр!




Йылайыр районында бөгөн "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә 785 ҡайын, ҡарағай, йүкә, алмағас, шыршы, миләш, сейә, балан, ҡарағат, сирень ултыртылған!

Йылайырҙың үҙендә, мәҫәлән, йөҙләп кеше сығып, 40 йүкә ағасын ултыртҡан. Яманһаҙҙа көҙҙән 60 ҡайын ағасы тамыр йәйәсәк, ә Ҡашҡарҙа - 15 шыршы, Матрайҙа - 43 төрлө үҫенте. Юлдыбайҙҙар ағастар һанын 70 ҡарағайға арттырған, Үрге Ғәле ауылы биләмәһе әүҙемдәре - 50 үҫентегә.

Иң егәрлеләр Ҡәнзәфәр, Кананикольский, Дмитриевский ауыл хакимиәттәре биләмәһендә йәшәй, шикелле. Тәүгеһендә 45 кеше 80 үҫенте ултыртһа бөгөн, икенсеһендә 38 кеше 25 ҡарағай менән 40 миләш һәм балан ҡыуағы ултыртҡан, ә өсөнсөһөндә 17 кеше 80 сейә, ҡарағат, сирень һәм алмағас ултыртып сыҡҡан. Ләкин Бирҙәштәр ҙә артта тороп ҡалмаған: 15 кеше ҡыҙып китеп 70 ҡарағай, уҫаҡ, миләш, ҡайын ултыртып ташлаған. Ләкин иң алда Һабырҙар: 45 кеше тарафынан 186 шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм балан икенсе һулыш алған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға