«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Сибай!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Сибай!



Сибайҙар изге эштән ятып ҡала торғаны бармы?!

"Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашырға ата-әсәләр балалары менән бергә сыҡҡан. Ә бөтәһе инде 1800 кеше ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡан.

Улар ҡалала 858 ағас һәм 727 ҡыуаҡ ултыртҡан!

Ҡаланы йәшелләндереүгә көс һалған әүҙемдәр үҫентеләрҙе ҡышҡы һалҡындарҙан да һаҡлап алып ҡалыр, тигән өмөттәбеҙ.

Былай ҙа матур, төҙөк Сибай ҡалаһы тағы ла матурайып ҡалғандыр инде.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға