«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Баймаҡ!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Баймаҡ!



Баймаҡтар ҙа "Йәшел Башҡортостан" акцияһын берҙәм күтәреп алды.

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусыларынан алып, оло йәштәгеләр ҙә был изге сараға үҙ өлөшөн индерҙе.

Әүҙемдәр тарафынан Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа 5000 төп ҡарағай, шыршы, ҡайын, миләш һәм башҡа ҡыуаҡтар ултыртылған.

Ихаталар, парктар, скверҙар, урам буйҙары, клуб, мәктәп тирәләрендә ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡтар ергә берегеп, тамып йәйеп, матур булып үҫеп китһен инде.

Афарин, бар яҡтан килгән баймаҡтар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға