«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Әбйәлил!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Әбйәлил!



"Йәшел Башҡортостан" акцияһында әбйәлилдәр барыһының да танауына сиртте, буғай! Сөнки 27 сентябрҙән 5 октябргә тиклем районда 14 385 ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртылды!


Акцияла 4523 кеше ҡатнашҡан! Бер ойошма, предприятие, учреждение, мәктәп ситтә ҡалмаған. Сарала ҡатнашыусылар өсөн туҡланыу пункттары ойошторолоп, матур көйҙәр һәр кемде акцияла ҡатнашырға ҡыҙыҡтырып торған.

Ярлыҡап ауылы янында, Ҡаҙмаш участка урмансылығындағы 3 гектар ергә, 12 мең ағас үҫентеһе ултыртылған.

Асҡарҙың үҙендә Шайморатов аллеяһы 150 ағасҡа байыған.

Был әбйәлилдәрҙе ҡыуып етеп тә булмаҫ... Бигерәк тырыш, сәмле, дәртле бит улар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға