«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Учалы!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Учалы!


"Йәшел Башҡортостан" акцияһы Учалыла хәтәр шәп үтте, сөнки районда бер көндә 7500 ҡарағай, тирәк һәм миләш ултыртылды!


Акцияла 500-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән ҡала паркында миләш ҡыуаҡтарын ултыртыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, урындағы депутаттар, ойошма һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.

Сара бик ойошҡан рәүештә үтте. Сөнки әҙерлек яҡшы ине!






Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға