«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Белорет!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Белорет!


Республика көнөнә арналған "Йәшел Башҡортостан" акцияһына Белорет районы ла тос өлөш индерҙе.

Белорет ҡалаһының Блюхер урамында йөҙгә яҡын ҡайын ағасы тамыр йәйәсәк. Әйткәндәй, быйыл апрелдә ошондай уҡ акция сиктәрендә ағас үҫентеләре ултыртылып, Ҡороссоға һәйкәл тирәләй ерҙе Башҡортостандың 100 йыллығы аллеяһы, тип атанылар.

Тирләндә лә яңы скверға нигеҙ һалынған бөгөн: "Тарих ҡуласаһы" паркында йәш саған, зәңгәр шыршы, миләш ултыртылған.

Акция Белорет районында күңелле көйҙәр аҫтында байрамса үткән, һәр кемгә бирсәткәләр, көрәктәр тоттороп, һуңынан ағас ултыртыусыларҙы яланда бешерелгән төшкө аш менән дә һыйлағандар.

Их, тәмле булғандыр инде ул аш-һыу!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға