«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшел Башҡортостан! Хәйбулла!



05.10.2019 Йәшел Башҡортостан! Хәйбулла!


"Йәшел Башҡортостан" акцияһына хәйбуллалар ҙа дәррәү ҡушылды.


Аҡъярҙа Т.Морат, Т.Күсимов урамдарында, Салауат Юлаев проспекты буйында, Сибай яғына барған юл буйында ағас ултыртҡандар. Шулай уҡ ойошма, учреждениелар тирәләй ҙә үҫентеләр ултыртылған.

Сарала муниципаль район хакимиәте, Аҡъяр ауыл биләмәһе, мәғариф һәм мәҙәниәт идаралыҡтары, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, Аҡъяр сәнғәт мәктәбе, Аҡъярҙың 2-се һанлы мәктәбе, йәштәр-үҫмерҙәр клубы «Нур» һәм башҡа ойошма коллективтары ҡатнашҡан.

Тәбиғәтте һөйгән яҡташтары менән бергә район хакимиәте башлығы Рәил Ибраһимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Салауат Рәхмәтуллин да Т.Күсимов урамында ағас ултыртҡан.

Ауылдарҙа ла ағас ултыртыу әүҙем барған.

Хәйбуллалар булдыра инде ул!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға