«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Искра" кинотеатры артында 30 ҡарағай үҫәсәк



05.10.2019 "Искра" кинотеатры артында 30 ҡарағай үҫәсәк

"Искра" кинотеатры артында 30 ҡарағай үҫәсәкБөгөн "Йәшел Башҡортостан" акцияһы барышында Өфөнөң "Искра" кинотеатры артындағы аллеяға 30 ҡарағайға байыны. Өмәлә баш ҡала Советы депутаттары, 6-сы лицей уҡыусылары һәм шул тирәлә йәшәүселәр ҡатнашҡан.

- "Йәшел Башҡортостан" акцияһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡанын күреү үҙе бер шатлыҡ, - тип белдерҙе Өфө ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов һәм барыһын да сәләмләне.

Ағас ултыртҡандан һуң барыһы ла байрам сәйен ауыҙ итте.

#октябрьскийрайонуфы





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға