«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҡалының 1-се мәктәбе лә акцияла дәррәү ҡатнашҡан



05.10.2019 Баҡалының 1-се мәктәбе лә акцияла дәррәү ҡатнашҡан

Баҡалының 1-се мәктәбе лә акцияла дәррәү ҡатнашҡанБөгөн коллектив "Йәшел Башҡортостан"ға ҡушылған. Мәктәп аллеяһы һалынған - бының өсөн 50 дана күкһел шыршы һәм колонна кеүек туя үҫентеһе ултыртылған.

Алдан соҡорҙар ҡаҙғандар, көрәк-салыр, биҙрәләр әҙерләнгәндәр. Баҡалы районының баш урмансыһы С.И. Антошкин менән мәктәп директоры Т.А. Фәрүәзов эре ағастарҙы нисек ултыртырға икәнен төшөндөргәс, эш ҡыҙған. Шулай итеп уҡытыусылар һәм техник хеҙмәткәрҙәр бар шарттарҙы үтәп, аллеяға нигеҙ һалғандар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Йәшел Башҡортостан" акцияһы тәүгә быйыл апрель айында уҙҙы. Унда бар район-ҡалаларҙан 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.164 тематик аллеяға нигеҙ һалынған,109 меңдән ашыу ағас-ҡыуаҡ ултыртылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға