«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бишбүләктәр ағас ултыртҡан



05.10.2019 Бишбүләктәр ағас ултыртҡан

Бишбүләктәр ағас ултыртҡанБөгөн төбәктә Республика көнөнә бағышланған бик матур сара -"Йәшел Башҡортостан" акцияһы уҙҙы.

Уға бишбүләктәр ҙә ҡушылған. Район үҙәгендә төрлө ойошма-предприятиеларҙан 400-ләп кеше өмәгә сыҡҡан.

Баштан мәҙәниәт йорто артистары концерт күрһәткән. Унан һуң өмәселәр йүкә, миләш, ҡайын һәм ҡарағай үҫентеләрен ултыртҡан.

Бындай сауаплы эш райондың 13 ауыл биләмәһендә лә үткән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Йәшел Башҡортостан" акцияһы тәүгә быйыл апрель айында уҙҙы. Унда бар район-ҡалаларҙан 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.164 тематик аллеяға нигеҙ һалынған,109 меңдән ашыу ағас-ҡыуаҡ ултыртылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға