«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшлек"те уҡыр кәрәк!



04.10.2019 "Йәшлек"те уҡыр кәрәк!

"Йәшлек"те уҡыр кәрәк!Кисә Өфөлә 78 йәшлек ҡатындың алтын биҙәүестәрен урлағандар.

Мин һеҙҙең күршегеҙ, тип йылмайып-көлөп килеп ингән ят ҡатын әбейҙең фатирына. Күрше хаҡы - тәңре хаҡы, тип, әбей уға яҡты йөҙ күрһәткән. Һөйләшеп ултыра торғас, ялған күршебикә доға ярҙамында фатирҙы таҙартырға тәҡдим иткән. Тик бының өсөн өйҙәге бөтөн алтын әйберҙәрҙең кәрәклеген белдергән. Әбей йүгереп йөрөп, алтындарын йыйып биргәс, күршебикә уларҙы ҡағыҙға төрөп, доға уҡый башлаған.

Шунан ҡағыҙ төргәкте кире әбейгә биреп, уны 9 көн асмаҫҡа ҡушҡан. Шулайтһаң, өйөң таҙарыр, тигән.

Әбейҙең өйө ысынлап таҙарған. Алтындарынан.

Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныусан бит ул, бер сәғәт түҙеп йөрөгән дә (ҡайҙан 9 көн, ти!), төргәкте асып ҡараған. Ә унда алтын-көмөш урынында тик ҡағыҙ ғына ятҡан.

Их, беҙҙең "Йәшлек"те уҡымай икән, уҡыһа, хәбәрҙар булып, яттарҙы, доға уҡыусыларҙы, ялған хеҙмәткәрҙәрҙе фатирына яҡын да юлатмаҫ ине.

Бына һеҙ, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, беҙҙе даими уҡып барғас, төкөрөп бирер инегеҙ ундай доғасыларға, йә артынан көл һирпер инегеҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға