«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 4 октябрь йыһанды өйрәнеү башланған көн тип билдәләнә



04.10.2019 4 октябрь йыһанды өйрәнеү башланған көн тип билдәләнә

1957 йылдың 4 октябре кешелектең йыһанды өйрәнеү эраһы башланған көн тип иҫәпләнә. Тап ошо датала Советтар Союзы "Спутник - 1" яһалма Ер юлдашын осорған.

Мәскәү ваҡыты буйынса 22 сәғәт 28 минутта Байконур космодромынан осҡан аппараттың ауырлығы 83,6 кг тәшкил иткән. Шарҙың диаметры 58 см, антенналарының оҙонлоғо 2,9 метр булған. Корпусы алюминдән яһалып, Ергә сигнал ебәргән радиотапшырғыстар көмөш-цинк аккумуляторҙарынан эшләгән.

Юлдашты осороу алдынан илдә техник журналдарҙа махсус радиоалғыс һыҙмаларын баҫҡандар. 4 октябрҙә радиоһөйөүселәр "бип-бип" тигән сигнал ҡабул иткән һәм был ике аҙна һуҙылған. "Спутник - 1" Ер тирәләй 1440 тапҡыр әйләнгән, һәр береһенә 96 минут 10 секунд сарыф иткән. Апогейға - Ерҙән иң алыҫ нөктәгә 947 саҡрымға алыҫайған. 92 көндән һуң юлдаш түбәнәйгән һәм атмосфераның өҫкө өлөшөндә янып бөткән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға