«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйҙөнөң ағинәйҙәре маладис!



03.10.2019 Бөйҙөнөң ағинәйҙәре маладис!




Учалы районы Бөйҙө ауылының клубы һәр саҡ гөрләп тора. Гөрләмәҫ тә ине, бәлки, әгәр гөрләтер кешеләре булмаһа.

Төрлө ҡыҙыҡлы саралар уҙып торған был клубта сентябрь аҙаҡтарында "Сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл" тип аталған ҙур сара ла үтте. Уны ауылдың ағинәйҙәре менән бергә үткәргәндә, ауыл хакимиәте лә, мәктәп тә ситтә ҡалмаған. Күмәкләп тотонғанға ла, сара юғары кимәлдә үтеп, ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килгән.

Сәләмәт йәшәү рәүеше, милли аш-һыу, дарыу үләндәре шифаһы - быларҙың барыһы ла сара үҙәгендә булған.

Ауылдың ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Зифа Әсфәндиәрова, Бөйҙө мәктәбе директоры Лилиә Янгличева һәм башҡа әүҙемдәргә ҙур рәхмәт - килгән ҡунаҡтар алдында районыбыҙҙың йөҙөн ҡыҙартманылар, афарин!

Ауыл клубтары һәр ҡайҙа шулай гөрләп эшләп торһон!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға