«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбуллаларҙы маҡтап алайыҡ әле



03.10.2019 Хәйбуллаларҙы маҡтап алайыҡ әле

Хәйбуллаларҙы маҡтамаҫлыҡ та түгел шул, сөнки республикабыҙҙың иң яҡшы инклюзив мәктәбе Хәйбулла районында!

Инклюзив мәктәптә һәр балаға, шул иҫәптән үҙенсәлекле балаларға ла, дөйөм белем алыуға шарттар тыуҙырыла.

1 августан 1 сентябргә тиклем "Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәбе" VI Бөтә Рәсәй конкурсының беренсе этабы үтте.

Башҡортостан Республикаһынан 12 балалар баҡсаһы менән 3 мәктәп ҡатнашты.

20 сентябрҙә Өфөлә тантаналы рәүештә беренсе этаптың еңеүселәрен иғлан иттеләр.

"Иң яҡшы инклюзив мәктәп-2019" номинацияһында Аҡъярҙың 1-се һанлы мәктәбе еңде.

2-се урында Өфөнөң 132-се мәктәбе, 3-сө урында Ишембай ҡалаһының 18-се мәктәбе.

"Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы" номинацияһында Салауат ҡалаһының 33-сө һанлы балалар баҡсаһы еңеү яуланы. Шулай уҡ Салауат ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы 2-се урынға сыҡты. Өсөнсө урында Өфөнөң 225-се һанлы балалар баҡсаһы.

Аҡъяр мәктәбе менән Салауат ҡалаһының 33-сө һанлы балалар баҡсаһы конкурстың икенсе этабында ҡатнашасаҡ. Ул Мәскәүҙә үтәсәк. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға